тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

 MG 1822Беҙҙең гимназияла яҙҙың беренсе көнөндә тулҡынландырғыс, уҡыған йортобоҙҙоң киләсәген билдәләр "Гимназия президентын бағышлау" сараһы үтте. Бағышлауҙа гимназиябыҙҙың президенты 2017-2018 Илнар Ғ. гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, сараларҙы ойоштороп, гимназияны тәртиптә тотҡан командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Аҙаҡ һүҙ яңы президентыбыҙ Ғәзинур Р. бирелгәс, ул үҙенең ярҙамсылары, министрҙары менән таныштырҙы, гимназияның артабан үҫешенә йоғонто яһарға, уны яҡшыртырға ант бирҙе. Ярҙамсыларға килгәндә, улар гимназияла бик күп. Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ни тора. Һайлауҙар ойошторғанда уларҙың әһәмиәте шаҡтай ҙур булды, ҮҺК булдырған ғәҙеллек гимназистарға ысынлап яҡшы президентты һайларға ярҙам итте.

Президент һайлауҙары алдынан гимназияла шулай уҡ дебаттар, администрация, психолог менән осрашыу үтте. Президентҡа өс кандидат: Р. Ғәзинур, З. Альберт, А. Азамат үҙҙәренең программаларын яҡлап сығыш яһаны. Араларынан һайланып алынған Р. Ғәзинурға ышанып, ауыр һәм яуаплы вазифаһында уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 MG 1824 MG 1837 MG 1845