тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

kurultai logo1 ejw 1280Башҡорт халҡы борон-борондан ҡор йыйып, илде борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙе көн үҙәгенә ҡуйып, фекер алышып, уларҙы хәл итергә тырышҡан. 13 ноябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында  IVБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә Iреспублика балалар ҡоролтайы уҙҙы. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, “Аҡ тирмә” милли мәҙәниәт үҙәге, БР Мәғариф министрлығы эргәһендәге “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” уҡыусы йәштәр ойошмаһы уҙғарҙы.

Делегат булып башҡорт милли мәктәптәренең 9-11-се кластар  араһынан иң сәмле, рухлы, үҙенең фекерен ҡурҡмайынса әйтә алған тәүәккәл 150 уҡыусы, улар менән бергә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары килде. Сарала шулай уҡ Мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты белгесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, билдәле педагог, журналист, “Башҡортостан мәҙәниәте” дәреслегенең авторы Мәрйәм Бураҡаева, “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәтенең рәестәше Роберт Илдус улы Дәүләтшин, “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” уҡыусы йәштәр ойошмаһы рәйесе, гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусыһы Тамъян Самат улы Ғәбитов ҡатнашты.

Балалар ҡоролтайының маҡсаты булып уҡыусы йәштәрҙе республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, башҡорт телен һәм мәҙәниәттебеҙҙе йәштәр араһында әүҙемләштереү тора.

Барлығы егермегә яҡын уҡыусы делегат үҙенең программаһы һәм тәҡдимдәре менән сығыш  яһаны. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса бәхәстәр, йәнле һөйләшеүҙәр булды. Иң мөһиме йәштәребеҙҙең республикабыҙҙағы актуаль проблемаларҙы күрә, тоя белеүе, уларҙы  хәл итеү юлдарын күмәкләп эҙләргә тырышыуы ололарға бик оҡшаны. Һуңынан сығыштар буйынса резолюция ҡабул ителде. Ойоштороусылар уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына ебәрәсәк.

Йәштәргә уңыштар теләйек!

 

IMG 8359IMG 8364

IMG 8361IMG 8367