тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

znaniya1

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, гимназиябыҙҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ветерандары, ҡунаҡтар, ата-әсәләр!

Ҡәҙерле гимназистар!

 

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә уҡыу йорттарында, лицей-гимназияларында иң матур тантана – тәүге ҡыңғырау байрамы. Гимназияның администрацияһы һәм үҙемдең исемдән барығыҙҙы ла ошо күркәм байрам менән ҡайнар ҡотлайым.

Мәктәп… Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан башлана, мәктәп йылдары юйылмаҫ хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Быйылғы уҡыу йылы ла  һәммәбеҙҙең йөрәгендә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып ҡалһын ине. Ең һыҙғанып тырышып уҡыу, әүҙем тормош менән йәшәү, оло маҡсаттар ҡуйып, киләсәккә ҡыйыу атлау, кешелекле, бай рухлы булыу – был заман талабы. «Ҡанаттар осҡанда нығый», ти халҡыбыҙ. Тик ҡыйыу маҡсатлы тырыштар ғына замандың ҡырыҫ елдәренә бирешмәҫ, хәҙерге конкурентлы хеҙмәт баҙары шарттарында үҙ юлын табыр.

Тап шундай белгестәр әҙерләү, хөрмәтле коллегаларым, беҙҙең иңдәргә төшкән изге бурыс. Берҙәм, инициативалы, эшкә ижади ҡараған, бер-береһе өсөн йән атып торған, бер төптән булған профессиональ команда ғына был оло бурысты атҡарып сыға ала. Еңел булмаған, ләкин балалар тауышы менән тулған күңелле лә, дәртле лә эшебеҙҙә сабырлыҡ, таҙалыҡ, ҙур уңыштар, мәртәбәле еңеүҙәр теләйем.

Былтырғы уҡыу йылын 185 уҡыусы тамамланы, әлеге ваҡытта уларҙың 93% -ты Башҡортостан һәм Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары студенттары.Тимәк, сарыф ителгән ваҡыт, түгелгән көс бушҡа китмәгән. Минең  уйлауымса, был беҙҙең өсөн киләһе еңеүҙәргә ныҡлы аҙымдарҙың береһе.

Билдәле шәхестәре, матур йолалары менән дан алған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты беҙҙе һәр яҡтан өлгөлө булырға, яңы уңыштарға әйҙәп торорға тейеш.

Әйҙәгеҙ, үткәндәр, яуланған үрҙәр менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайыҡ, бер туҡтауһыҙ эҙләнеп, янып йәшәйек. Барығыҙға ла аҡ юл теләйем!

Гимназия директоры вазифаһын башҡарыусы

Люция Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова