тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     башкорт теле220 декабрь Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика  гимназия- интернатында  Башҡорт теле көнөнә арналған республика күләмендәге сара үтте. Байрамға туған тел һәм тыуған ергә арналған иң яҡшы эссе һәм шиғыр конкурсы еңеүселәре, башҡорт телендә фильм төшөргән, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен иң оҫта башҡарған телһөйәр балалар саҡырыды.

Барлығы алты майҙансыҡ эшләне. Балалар актив ҡатнашты, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.11-се класс уҡыусылары өсөн Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына бәйле “Алтын тирмә”  уйыны үткәрелде.

Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәүил Бикбаев тәбрикләне. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Уҡыусылар һөйләгән шиғырҙар, “Аҡйондоҙ”  ансамбленең дәртле бейеүҙәре сараға тағы ла айырыуса йәм өҫтәне. Афариндар! Шағир ише илһөйәр, телһөйәр йәштәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ  ҙә өмөтлө.

 

башкорт теле1башкорт теле3башкорт теле4башкорт теле5башкорт теле6башкорт теле7