тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Ҡалдырма,әсәй!


не оставляй           Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында инде тиҫтәләгән йылдар Таңсулпан драма түңәрәге уңышлы эшләп килә. Бында уҡыусылар сәхнәлә үҙен дөрөҫ тоторға, матур итеп сығыш яһарға һәм актерлыҡ оҫталығына өйрәнә.
            Быйылғы яңы уҡыу йылын түңәрәктә шөғәлләнеүселәр Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма,әсәй!” повесын сәхнәләштереүҙән башлап ебәрҙе. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары был спектаклде күптәнән сәхнәгә сығарһа ла, әлеге тамаша икенсе күҙлектән ҡуйылды. Барлығы 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Был сараға бөтә гимназия әҙерләнде. Кемдер тырышып-тырышып һүҙҙәр ятланы, телмәр өҫтәндә эшләне, кемдер актерҙарға костюм текте, грим һалды.
         Спектаклде күҙ йәшһеҙ ҡарауы мөмкин түгел ине. Уҡыусылар әлегә профессионал булмаһалар ҙа һәр береһе үҙ роленә тулыһынса инеп, еренә еткереп башҡарҙы. Тамашаны ҡарарға килеүселәр төрлө уйҙарға батты , күп һорауҙарға бирелде. Иң мөһиме был уҡыусыларҙың сығышы ата-әсәйҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә өйрәтте.
         Киләсәктә лә йәш актерҙарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ. Лидия Динмөхәмәтова.

кылдырма 1кылдырма 2кылдырма 3кылдырма 4кылдырма 5кылдырма 6кылдырма 7