тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 2193Уҡыусыларҙың бөгөнгө көнө тулыһынса телдәрҙе өйрәнеүгә бағышланды. Шуға ла "Тел - халыҡтың тарихы" тип аталды ул.

Башҡорт теленән уҡытыусылар "Йәш хәбәрселәр", "Беҙ - илебеҙҙең киләсәге", "Башҡортостан беҙҙән башлана" тигән темаларға асыҡ дәрестәр күрһәтте. Бар уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашты.

Рус телендә инде уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған һүҙҙәрҙе һайлап, шуның буйынса сағыу һүрәттәр төшөрҙө.

Ә бына инглиз теленән бик ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Уҡыусылар инглиз телендә аралашты, йырҙар йырланы, сит телде яҡшы белеүҙәре менән хайран иттеләр беҙҙе.

Көн барышында гимназиябыҙ балаларҙың шат тауыштарынан өҙөлмәне. Уларға тағы ла шатлыҡ, дәрт өҫтәп, бөгөнгө көн дискотека һәм дәртле бейеүҙәр менән тамамланды.

 

IMG 20170615 WA0011 IMG 20170628 WA0007