тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

lb1 2175Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия – интернатында "БЕРЕНСЕ" тип аталған Республика профилле слет - лагеры үҙенең эшен башланы. Бында республикабыҙҙың төрлө райондарынан уңған, береһенән - береһе тырыш 150 уҡыусы йыйылды.

Уҡыусылар тәүҙә тест эшләне һәм 8 отрядҡа бүленде. Һәр бер отряд үҙенә исем, девиз эшләп, сағыу плакаттар эшләне, ә һуңынан улар менән психологтар әңгәмә үткәреп, уйындар уйнаны, саф һауала күнекмәләр яһаны.

- Лагерға бик һәләтле балалар йыйылған. Уларҙың һәр бер көнө файҙалы үтһен өсөн бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа төҙөлдә. Балалар ваҡыттарын файҙалы үткәрер һәм күңелдәрендә яҡшы тәьҫораттар ҡалыр, тип ышанам, - тине Республика профилле слет - лагеры началнигы Мөхәмәтйәнова Оксана Нурғәли ҡыҙы.

Лагерҙы асыу тантанаһы менән уҡыусыларҙы гимназия директоры Фәзлетдинова Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы ҡотланы һәм яҡшы ял теләне. Уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, йырҙар йырланы, бейенеләр.

-  Мин Салауат районы Мәсетле ауылынан килдем. Лагерь бик оҡшай, үҙемә яңы дуҫтар таптым. Әлеге ваҡытта мин "Дуҫлыҡ" отрядының капитан вазифаһын башҡарам, - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Исламғолова Гөлшат.

Беренсе көн концерт номерҙары менән тамамланды. Шулай итеп, лагерҙы асыу тантанаһы бик матур һәм күңелле башланып китте. Ә алда уҡыусыларҙы тағы ла күңелле һәм ҡыҙыҡлы ял көндәре көтә!

lb1 2187 lb1 2205

lb1 2259 lb1 2263

lb1 2285