тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

I04320 сентябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия-интернатында Башҡортостан, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, еңел атлетика буйынса Республика Федерацияһы ағзаһы, тау саңғыһы спорты буйынса халыҡ-ара категориялы судья, хеҙмәт ветераны Рәүеф Ғәзиз улы Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арналған гимназия-интернатының беренселегенә еңел атлетика кросы үткәрелә.

РӘҮЕФ ҒӘЗИЗ УЛЫ КӘРИМОВ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернаттың физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов үҙенең 52 йыл ғүмерен мәғарифҡа, шуның 35 йылын ошо гимназия-интернатҡа арнаған.

Ҡаҙаҡ дәүләт физик институтын тамамлағас, ҡасандыр үҙе тәрбиләнгән мәктәп-интернатҡа ҡайта һәм уҡыусыларҙы спортҡа ылыҡтырыу, юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн бөтә көсөн, энергияһын бирә. Гимназия-интернат уҡыусыларының спорт ҡаҙаныштары тиҫтәләгән йылдар буйына юғары кимәлдә һаҡлана килә.

Уның тәрбиәләнеүселәре еңел атлетика, саңғы буйынса район, ҡала, республика, зона һәм бөтә Рәсәй спорт ярыштарында даими ҡатнашып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ул еңел атлетика, саңғы, бокс, милли көрәш буйынса 10 спорт мастеры, саңғы, еңел атлетика һәм ҡышҡы спорт ярыштары буйынса 60-тан ашыу спорт мастеры, 200-ҙән артыҡ I разрядлы спортсы тәрбиәләй. Фәҡәт Рәүеф Ғәзиз улының тырышлығы менән 35 йыл рәттән мәктәп-интернаттың спорт командаһы Еңеү көнөнә арналған эстафетала I урынды яулай.

ПОЛОЖЕНИЕ