тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 0342Май үҙенең йылы һулышы менән түгел, бәлки Еңеү көнө булыуы менән үҙенә йәлеп итәлер. Илебеҙ быйыл Еңеүҙең 71 йыллығын билдәләй. Ошо йәһәттән 6 май гимназиябыҙҙа 10в класы тарафынан "Дан йырланһын батырҙарға!" исемле театрлаштырылған тамаша уҙғарылды. Был сарала 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кузеев Йәүит Ғүмәр улының булыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Ул уҡыусыларға һуғыштың кешелеккә ҡот осҡос афәт алып килгәнен аңлатты, бөгөнгө заман кешеләре бындай фажиғәләрҙе күрмәүен, тыныс тормошта йәшәүен теләне, һәр саҡ уяу булырға, төплө белем алырға саҡырҙы. Гимназистар өсөн бик фәһемле осрашыу булды.Байрамдың икенсе өлөшөндә Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса булған ваҡиғаларҙы бәйән иткән йыр -моң менән биҙәлгән тамаша ҡуйылды. Ю.Б. Левитандың һуғыш башланыуы һәм еңеүе тураһында радионан сығыш яһағанын ишеттереү күптәрҙе шул ауыр осорға алып ҡайтҡандыр: залдағылар бергә ҡайғырып, бергә ҡыуанып ултырҙылар. Айырыуса Ә. Юлгилдиндың "Сыңрау торна" көйөн башҡарыуын, егет - ҡыҙҙарҙың күңелгә үтеп инерлек шиғыр һөйләүҙәрен, "Атайсал" ансамбленең сығышын, "Таңсулпан " драма түңәрәгенең И. Абдуллиндың "Эх, Өфө ҡыҙҙары " спектакленән өҙөк күрһәтеүҙәрен, А. Тусалинаның " Катюша", С. Зәйнетдиновтың "Ирәндек бөркөтө"н ихлас бейеүҙәрен, Н. Һәүбәнованың Р. Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары" шиғырын нәфис һөйләүен, И. Ғәниевтың "Шайморатов генерал" йырын моңло йырлауын тамашасылар яратып ҡабул итте. Иң һуңында А. Айытҡолов һәм А. Солтанов башҡарыуында "День Победы" йырына бөтә залдың ҡушылып, тороп тыңлауҙары еңеү килтергән батырҙарҙы онотамауын, мәңге хәтерҙә һаҡлауын әйтә ине.

Байрамды матур алып барған Ураҙгилдина Гөлнара менән Солтанов Алмазға, сценарий авторы Р.М. Тимербулатоваға, сараны үткәреүсе 10в класына, тәрбиәсеһе А.А. Исчуринаға, музыкаль яҡтан биҙәүсе В.Р. Баймырҙинға, техник яҡтан биҙәүсе А. Мәзитоваға, драма түңәрәге етәксеһе Р.Ф. Нәбиеваға, сәхнәне биҙәүсе 8б класына, ҡатнашыусы 11з,10а, 10б,10ж класына оло рәхмәт.

IMG 0364 IMG 0376