тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

7772011 йылдың ғинуар айынан алып гимназиябыҙҙа UNESCO клубы актив рәүештә эшләп килә. Клубтың етәксеһе - инглиз теле уҡытыусыһы Хилажева Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙы 7 мәртәбә уҡыусыларҙы Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан UNESCO үҙәгенә стажировка үтергә алып барҙы. Быйыл да, яҙ айының йәмле көндәрендә, 7-10 кластарҙан йыйылған 9 уҡыусы Екатеринбург ҡалаһына юл тоттоҡ. Төрлө йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тиҙ арала дуҫлашып киттек. Поезда барғанда, гитараға ҡушылып йырҙар йырланыҡ, шулай ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Екатеринбург ҡалаһында беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар, ҡала буйлап экскурсиялар ойошторҙолар. Һәр көнөбөҙ файҙаға ғына булды, сөнки үҙебеҙҙе төрлө яҡтан үҫтерҙек, һәләттәребеҙҙе астыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, UNESCO үҙәген етәкләгән Борисихин Юрий Сергей улы арабыҙҙа юҡ, шулай ҙа уның изге эше туҡталмаған. Аҙна һайын ер шарының төрлө төбәктәренән балалар йыйылып, үҙҙәрендә актерлыҡ, алып барыусы һәләттәрен аса, маҡсаттарына ирешә. Беҙҙең дә буш ултырырға ваҡытыбыҙ булманы, сөнки һәр минутыбыҙ ҡәҙерле ине. Психолог менән осрашыуҙар, ҡалалағы билдәле рәссам Борис Хохонов менән һүрәт төшөрөүҙәр күңелебеҙ түрен тик яҡты хәтирәләр менән байытты. Бынан тыш балетҡа барыу, төрлө музейҙарҙы күреү бәхете лә тейҙе. Беҙҙе актерлыҡ һәләттәренә өйрәтеүсе уҡытыусыбыҙ Васьков Дмитрий Николай улы менән дә бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ. Ә һуңғы көнөбөҙ турнир менән тамамланды. Һәр кем алдан бирелгән темалар буйынса сығыш әҙерләп, жюри алдында үҙен күрһәтте. Айырыуса Вадим Хәбибуллиндың "Януш Корчак", Ғүмәрова Алинаның "Курская битва" тип аталған темалары менән сығыш яһауҙары жюри күңеленә үтеп инде. Шулай итеп, 7 класс уҡыусыһы Регина Ишемғолова, 8 класс уҡыусылары Фәтих Үзбәков, Таңһылыу Туҡбаева 2-се урын алһа, 10-сы класс егеттәре Хәбибуллин Вадим, Дәүләтбирҙин Иҙел, 9-сы кластан Динмөхәмәтова Лидиә һәм 8-се кластан Фәтхетдинова Аделина менән Биктеева Эльвина 1-се урынға лайыҡ булды. Төп награда - Гран - приҙы 9-сы класс уҡыусыһы Ғүмәрова Алина алды. "Миңә 24-30 апрелгә тиклем Рәсәйҙең иң матур ҡалаларының береһе - Екатеринбургта стажировка үтеү бәхете тейҙе. Миңә был сәйәхәт бик ныҡ оҡшаны, үҙемде сәхнәлә иркен тоторға, кеше алдында дөрөҫ сығыш яһарға өйрәндем. Быларҙың барыһын да беҙгә үҙ эшен яҡшы башҡарған профессиональ кешеләр өйрәтте. Күңелемдә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды", - тип 10ж класы уҡыусыһы Хәбибуллин Вадим фекерҙәре менән бүлеште. 7в класы уҡыусыһы Регина Ишемғоловаға беренсе тапҡыр ҙур ҡалаға барыу айырыуса оҡшаған. "Екатеринбург ҡалаһына барыуҙы мин түҙемһеҙләнеп көтөп алдым. Миңә бик ныҡ оҡшаны, үҙемә яңы дуҫтар таптым, белем кимәлен арттырҙым, үҙем өсөн яңы асыштар эшләнем", - тине ул. Ысынлап та, мин дә тиҫтерҙәремдең һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Беҙ был сәйәхәттән үҙебеҙгә бик күп мәғлүмәт алып, яҡты иҫтәлектәр менән ҡайттыҡ. Унда үткән 5 көнөбөҙ тормош юлыбыҙҙа оҙаҡ йылдар яҡты хәтирә булып һаҡланасаҡ әле. Бындай бәхет һәр кемгә лә эләкмәй. Ошо сәйәхәтте ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе гимназиябыҙ директоры Хамитова Люциә Тәлғәт ҡыҙына, шулай уҡ беҙҙе алып барыусы етәксебеҙ Хилажева Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙына ысын күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Эшләгән изге эштәрегеҙ, уй-ниәттәрегеҙ үҙегеҙгә яҡшылыҡ менән әйләнеп ҡайтһын!!!

Динмөхәмәтова Лидиә,

9г класы уҡыусыһы