тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 03045 май көндө гимназияның тамаша залында талантлы шағирә һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1998 йылдан бирле — Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, 2002 – 2012 йылдарҙа Татарстандағы башҡорттар ҡоролтайының рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Бәширова һәм краевед, рәссам, мәҙәниәт хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһы Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты Йәдкәр Әхәт улы Баширов менән фәһемле осрашыу үтте. 9-10 синыф уҡыусылары билдәле шәхестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп йәнле әңгәмә алып барҙы. Һөйләшеү барышында ил, тел мәсьәләләре, башҡорт халҡының бөгөнгөһө, киләсәге темалары күтәрелде. Ҡунаҡтар үҙҙәренең йылдар буйы тупланған бай тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әҙәби шиғырҙар менән һуғарылған осрашыу бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырманы.

IMG 0318 IMG 0329