тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

20160426 11460527 апрель көнө Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Илһам” регион – ара үҫмерҙәр һәм балалар ижади конкурсы лауреаттарын һәм еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте. Был конкурста беҙҙең гимназия уҡыусылары ла бик әүҙем ҡатнашты, егерменән артыҡ эш ебәрелгән ине. Гимназистар был ярышта ла һынатманы. 5-8-се кластар араһында “Проза” номинацияһында 8д класы уҡыусыһы Шмелькова Наилә, ошо уҡ номинацияла 9-11-се кластар араһында 11з класы уҡыусыһы Яҡупова Илүзә лауреат исеменә лайыҡ булдылар. “Поэзия” өлкәһендә 5-8-се класс уҡыусылары араһында Ҡансурин Ғайсар (7а класы), 9-11-се кластар араһында Мөхәмәтйәнова Илюзә (11з класы) еңеүсе тип билдәләнде. Уҡыусылар Мәғариф министрлығының, Яҙыусылар союзының грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләнде.

Шулай уҡ еңеүселәрҙе әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әминева Лилиә Искәндәр ҡыҙы менән Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы Мәғариф министрлығының, Яҙыусылар союзының грамотаһы һәм “Иң яҡшы педагог” миҙалы менән бүләкләнде.

Ярышта бөтәһе 700-ҙән артыҡ ҡатнашыусы булды, Санкт – Петербург ҡалаһы, Татарстан республикаһы, Пермь крайы, Силәбе өлкәһе ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Лауреаттарҙы, еңеүселәрҙе, уларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әминева Лилиә Искәндәр ҡыҙы менән Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.