тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

radio 120-21 апрелдә гимназиябыҙҙың 30 уҡыусыһы Телеүҙәккә ҡунаҡҡа барҙы. "Юлдаш" радиоһында улар Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған яҙмаларын уҡыны. Уҡыусыларҙың ижади эштәрен 2-9 майҙа тапшырыуҙар араһында радионан тыңлай алаһығыҙ.

P.s. Гимназия уҡыусылары студияла яҙылып ҡына ҡалманы, "Юлдаш", "Ашҡаҙар" радиолары, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары менән осрашты, тура эфир, тапшырыуҙар әҙерләү нескәлектәре менән танышты.

Радиотапшырыуҙар студияһы директоры Т.А.Үлмәҫбаева гимназиябыҙ етәксеһе Л.Т.Хәмитоваға, уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар Р.М. Тимербулатова, Р.М. Алламоратова,Г.С. Ҡылысова, Л.И. Әминева, А.Х. Кайбышева, Г.Ғ.Вахитоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

 

radio 2 radio 3