тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 002520 апрель тамаша залында эстетик йүнәлештә эшләүсе түңәрәктәрҙең «Таланттар балҡышы» тип аталған йомғаҡлау концерты булып үтте.

2004 йылдан алып гимназиябыҙҙа “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә, бөгөнгө көнгә уның репертуарында утыҙҙан ашыу бейеү бар! “Аҡйондоҙ” - республика һәм төбәк-ара конкурстары лауреаты, “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһе еңеүсеһе. Ансамблдең етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов. “Аҡйондоҙ”ҙар тамашасыны был көндө «Ете ҡыҙ», «Дала башҡорттары», «Ҡороҡсолар», мордва, татар йәштәре, рус халыҡ бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурай ансамбле республикала, ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнаша, ҡурай бәйгеләрендә беренселекте бирмәй! Ансамблде үҙе лә бик күп республика ҡурай бәйгеләре еңеүсеһе булған Вәсил Ришат улы Баймырҙин етәкләй. Ҡурайсылар башҡарыуында «Иҫке Урал», «Көтөр батыр» көйҙәре тамашасыны уйландырҙы ла, моңландырҙы ла!

Бөгөнгө көндә гимназияның бер генә мәҙәни сараһы ла “Атайсал” вокаль ансамбле егеттәренән башҡа үтмәй. Ансамблдең етәксеһе- республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе Юнир Шәмсетдин улы Һағынбаев. Егеттәрҙең сығышын зал алҡыштарға күмде.

Быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙҙа Айгөл Ишбаева етәкселегендә «Гәлсәр» хоры үҙ эшен уңышлы ғына башлап ебәрҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хор ҙур уңыштарға өлгәште, март айында үткәрелгән «Яҙғы тамсылар» ҡала йыр бәйгеһендә I дәрәжәле Дипломға лайыҡ булды.

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбленән Фәдис Асҡаров башҡарыуында ҡурай моңдары, «Юлдаш йыры-2015» лауреаты Рүзилә Ишмөхәмәтова, Алмаз Айытҡоловтың йырҙары концертҡа йәм өҫтәне.

Гимназия директоры Люциә Тәлғәт ҡыҙы концертта ҡатнашҡан уҡыусыларға уңыштар теләне, ансамбль етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

IMG 0062 IMG 0145 IMG 0262IMG 9994IMG 0221 IMG 0241