тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 20160416 170836Ун алтынсы апрель көнө гимназиябыҙ егеттәре Муса Гәрәев исемендәге  Көрәш буйынса республика турнирында ҡатнашты. Был юлы ла улар һынатманы: гимназиябыҙҙың данын күтәреп, юғары урындарҙы яулап ҡайттылар. Турнирҙа шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары ла ҡатнашты.

Улар: Бикбов Айҙар 60 кг. тиклем ололар араһында I урын, Йосопов Салауат 80 кг. тиклем ололар араһында I урын алды. Хажиморатов Ридан, Мирекшин Эльдар һәм Кәримов Ришат та үҙ көстәрен һынап ҡаранылар. Беҙҙең егеттәребеҙ ҙә  һынатманы. Хажиморатов Вилдан 65 кг. тиклем йәштәр араһында I урын, Дәүләтбирҙин Иҙел 70 кг. тиклем  йәштәр араһында II урынды яуланы.

Ҡотлайбыҙ