тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

DSC 4856Әлшәй районында шаулап-гөрләп 10-сы тапҡыр “Башҡортостан ынйылары” исемле республика конкурс-фестивале уҙғарылды. Юбилей конкурсында республикабыҙҙа халыҡ ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙың театр-фольклор төркөмдәре ҡатнашты. Беҙҙең гимназияның “Таңсулпан” театр түңәрәге конкурста күренекле мәғрифәтсе М. Өмөтбаевҡа арналған “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре...” исемле театраль тамаша күрһәтте һәм III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Зәйнетдинов Азамат “Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше” һәм “Иң яҡшы ир-егет роле” тигән, ә Яхина Азалия “Иң яҡшы бейеүсе” номинацияһы буйынса еңеү яуланылар. Уҡыусыларҙы конкурсҡа “Таңсулпан” театр түңәрәге етәксеһе Нәбиева Рима Фәйез ҡыҙы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы әҙерләнеләр. Афарин!

DSC 4866 DSC 4861