тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

DSC 468316 март көнө “Башҡортостан” концерт залында “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде тотҡан телем, һүҙем бар” исеме аҫтында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, яҙ байрамдарына арналған Шиғриәт кисәһе уҙғарылды. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ойошторҙо. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, йәш һәм урта быуын ҡәләм оҫталары, башҡорт йәмәғәтселеге, юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Беҙҙең гимназия уҡыусылары Аҡбашев Ислам, Ҡансурин Ғайсар, Вәлиева Алтынай, Билалов Рәсүл, Ишбаев Сыңғыҙ, Сөләймәнов Зариф, Ғүмәрова Алина, Миңлеғолов Урал, Нәсибуллин Айҙар, Әлибаев Фәрүәз, Фәтҡуллина Гөлназ арҙаҡлы әҙиптәребеҙ Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаевтың үлемһеҙ әҫәрҙәрен юғары сәнғәтсә кимәлдә һөйләп ишеттерҙеләр һәм “Афарин, 1-се гимназия!” тигән алҡышлауҙарға лайыҡ булдылар. Шиғри шәлкемдәрҙән төҙөлгән күркәм композицияны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылар Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова һәм Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова әҙерләне.