тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

006 2Гимназиябыҙҙа быйылғы һылыуҙар өсөн һайлап алыу турында талаптар бик ҡаты ине, финалға береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар үтте. Иң яҡшы остаздар күҙәтеүе аҫтында дауам иткән  хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса әҙерлектең һөҙөмтәһе үҙенсәлекле һәм матур байрамда сағылды. Был бәйгенең март айының тәүге көндәренә тура килеүе  отошло булды: күңелдәргә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.

4 мартта, ниһайәт, көтөп алынған байрам етте. Һайлап алынған ун ҡыҙ – нәфислек, йор һүҙлелек, уңғанлыҡта көс һынашты.

Улар араһынан бөтә яҡтан да “иң-иң” дәрен һайлап алыу бурысын жюри ағзалары –математика фәне уҡытыусыһы - Зәйнетдинов Илнур Иршат улы, “Таңсулпан’’ драма түңәрәгенең етәксеһе - Нәбиева Римма Фәиз ҡыҙы, информацион технологиялар  буйынса директор урынбаҫары Шәмсетдинов Азамат Закир улы,  фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Әмирханов Айнур Зиннур улы, 10в классы уҡыусыһы Алмаз Солтанов башҡар­ҙы.

Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, хыялдары һәм ғаиләһе тураһында һөйләне. Тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтеп ебәрҙе. Һылыуҡайҙар һүҙ оҫталыҡтарын төрлө алымдар, шиғри юлдарын файҙаланып,киләһе конкурста үҙҙәренең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтте. Беренсе сығыш яһаусы Вәсилә Ҡәйепова фортепианола уйнаһа, Ләйсән Аҡбалина тамашасы күңелен йыр менән яуланы. Тусалина Азалия башҡорт бейеүен башҡарҙы, Дилә Рәсембәтова үҙенең һәләтен сәс үреүҙә асты. Айгөл Ғәбитова испан бейеүен башҡарҙы. Ҡыҙҙарҙы дәртләндерергә, уларға көс һәм илһам бирергә дуҫтары,классташтары, туғандары килгәйне. Улар дәррәү алҡыштар һәм плакаттар менән дәртләндереп ултырҙы.

Иң ҡыҙыҡ конкурстарҙың береһе һылыуҡайҙарҙың жюри биргән һорауға отҡор, төплө, юмор менән яуап ҡайтарыуы ине.

Артабан  дефиле һәм  бергәләп “Гөлкәй’’ бейеүен башҡарыу булды. Уның маҡсаты - ҡыҙҙарҙың һығылмалығына, бейеү оҫталығына, үҙ-үҙен тотошона, гүзәллектәренә баҫым яһау ине.

Еңеүселәрҙе билдәләү иң тулҡынлы мәл булғандыр. Номинацияларҙы билдәләү, еңеүселәрҙе  тәбрикләү жюри ағзаларына тапшырылды. Шулай итеп, Ғәбитова Айгөл, Әсмәндиәрова Илзирә, Ҡәйепова Вәсилә, Хәкимова Гөлдәр, Иҫәнгилдина Гөлназ, Бикбова Ләйсән  төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды . Өсөнсө урын – Хажиева Әлфиәгә, икенсе – Тусалина Азалияға, ә беренсе урын - Аҡбалина Ләйсәнгә бирелде. Матурлығы, нәфислеге һәм оҫталығы менән айырылып торған 10б класы уҡыусыһы Дилә Рәсембәтова Гран-приға лайыҡ тип табылды.

Һылыуҙарыбыҙҙы гимназиябыҙ директоры Люция Тәлғәт ҡыҙы ҡотланы, ойоштороусыларға, жюри ағзаларына ҙур рәхмәтен белдерҙе, рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм байрам менән тәбрикләне.

Кисә еңеүселәрҙе ҡотлау, бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.

001 002

003 004

005