тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

konkurs 13 мартта З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһында III республика ижади проекттар конкурсы үтте. Конкурс Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның ижады, Рәсәй киноһы йылы һәм 140-сы Башҡорт гимназияһының 20 йыллығына арналды. Сарала башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре көс һынашты. Ҡатнашыусылар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә проекттарын яҡланылар.

Был конкурста беҙҙең гимназиянан 11 уҡыусы ҡатнашты. Улар З. Биишеваның әҫәрҙәре буйынса презентация, видеопрезентация, видеофильмдар төшөрөп, яҡшы сығыш яһанылар. Мәртәбәле жюри беҙҙең уҡыусыларҙың эштәрен юғары баһаланы.

Уларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Алламоратова Р.М., Тимербулатова Р.М., инглиз теле уҡытыусыһы Латыпова Л.М. оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Афарин! Ҡотлайбыҙ! konkurs 2