тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

foto 325 февралдә 10Б класы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Р.М һәм тәрбиәсе Сәлмәнова З.А. менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына туған телдәр аҙналығын ябыу һәм "Урал батыр" байрамына барып ҡайтты. Сарала студенттар, Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрамды БДПУ -ның филология факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова асып ебәрҙе һәм башҡорт филологияһы тураһында белешмә биреп, уҡырға саҡырҙы. Тантананың тәү өлөшөндә аҙналыҡтың төрлө конкурстарында еңгән студенттар бүләкләнде. Саҡырылған башҡала ағинәйҙәре матур сығыштары менән халҡыбыҙҙың аманатын йәш быуынға тапшырҙы: телде, илде һаҡларға саҡырҙы.

Байрамдың икенсе өлөшө "Урал батыр" эпосына бағышланды. Билдәле сәсәниә Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы Солтангәрәева етәкләгән "Йәш сәсәндәр мәктәбе" нең сығышы байрамды биҙәне, залдағылар ҙа дәррәү ҡушылып ултырҙы. Улар милләтебеҙҙең йола -традицияларын күрһәтеп, тамашасылар күңеленә рух өрҙөләр, мәҙәниәт, тарих, телгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы өсөнсөгә үткәрелгән "Урал батыр" байрамын донъя кимәлендә үткәрелер сараға әүерелергә тейешлеген әйтте. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ - ның "Ете ырыу" бейеү, милли инструменттар ансамблдәре менән үрелеп барған сағыу тамаша барыһына оҡшаны, фәһем алырлыҡ тәрбиәүи сара булды. "Урал батыр" байрамы Рух байрамы булып уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.