тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

ik 1223 февраль тамаша залында Ватанды  һаҡлаусылар көнөнәарналған матур сара үтте. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, бик күп әҙәби премиялар, шул иҫәптән Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, запастағы хәрби диңгеҙ флоты офицеры, шағир Ирек Лотфи улы Кинйәбулатовтың был сарала ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне. Байрам менән ир-егеттәрҙе уыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова ҡотлап үтте. “Үлемһеҙ полк”  Бөтә Рәсәй акцияһы координаторы Г.Ғ. Вәхитова “Һеҙҙең батырлыҡ - мәңгелек!” тип аталған презентация  әҙерләп, уҡыусыларҙың яуҙа ҡатнашҡан олатайҙары тураһында ентекле һөйләп үтте. Уҡыусылар яу яланынан ҡайтмай ҡалғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Һәүбәнова Наҙгөл уҡыған “Ҡыр ҡаҙҙары“ шиғыры, Вәсилә Сафинаның “Атай йорто”, Ибраһимова Розалияның “Атайым - яҡлаусым”,  “Гәлсәр“ хорының (етәксеһе Айгөл Фәрүәз ҡыҙы Ишбаева) йырҙары сараға йәм өҫтәне. Сараны Лиана Әҙершина һәм Лиана Илекәйева  матур итеп алып барҙылар.

ik 1