тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

vibory

IMG 8992Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты киң йәмәғәтселекте 2016 йылдың 18 февраль көнө Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә, гимназиялағы Рәми Ғарипов көндәренә арнап “Бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен үҫтереү һәм пропагандалау мәсьәләләре” темаһына түңәрәк өҫтәл артына фекер алышырға йыйҙы. Сарала филология фәндәре докторы, профессорФирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, академик Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов, яҙыусы, дәреслектәр авторыМәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәков, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, “Башҡортостан”гәзите журналисы Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ветерандар Советы рәйесе Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Бәхтейәрова, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы милли телдәр бүлегенең методисы Әлфиә Тимербай ҡыҙы Мәүлейәрова, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Зиннур улы Кәбиров, йәш режиссер Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы рәйесе Байназаров Рәмзил Рәмил улы, “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” балалар һәм йәштәр ойошмаһы рәйесе Ғәлиева Наҙгөл Рәмил ҡыҙы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Буранғоловаһәм Өфө ҡалаһының милли һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, студенттары, киң матбуғат саралары ҡатнашты.Шулай уҡ онлайн-режимда Ишембай һәм Күмертау ҡалаларынан икенсе һәм өсөнсө республика башҡорт гимназия-интернаттары менән дә эш алып барылды. Түңәрәк өҫтәл эшен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы ойошторҙо.

Сараның икенсе өлөшөндә халҡым, илем, туған телем тип шағир рухы менән йәшәгән шәхестәребеҙгә гимназияның Рәми Ғарипов исемендәге премияһы тапшырылды. Быйыл комиссия дүрт кешегә тапшырырға ҡарар сығарҙы. Уларҙың араһында эшләгән эштәре, барлыҡ булмыштары менән күптән халҡыбыҙҙың ихтирамын яулаған оло шәхестәр ҙә, яңы ғына Рәми һуҡмағына аяҡ баҫҡан йәштәребеҙ ҙә бар. Премияға милли мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, ысын мәғәнәһендә ил инәһе, халҡыбыҙҙың замана Бәндәбикәһе, профессорФирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, сығарылыш уҡыусыбыҙ, Рәми Ғарипов образын сәхнәгә сығарыусы һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙары менән күңелдәрҙе яулаусы, башҡорт театрының йәш, өмөтлө актеры Артур Кәбиров, уҡыусылар араһынан һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән, республика олимпиадалары, конкурстары еңеүселәре Шәйхетдинова Айзирә һәм Моратова Зәриә лайыҡ булды. Лауреаттарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да Рәми рухына тап төшөрмәй, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ!