тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

c5wFO es62cБыйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙҙа шағир-яҙыусылар ижадына бағышланған әҙәби кисәләр, төрлө саралар йыш үтеп торҙо.
Шулар араһында "Алтын тирмә " уйыны, матур йолаға әйләнеп, быйыл икенсегә үтте.

27 ноябрь көнө Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғ.Сәләм һәм С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың тормошо һәм ижадына бағышланһа, 16 февраль гимназиябыҙ исемен йөрөткән Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповҡа арналды. Тәү уйын уҡытыусы-тәрбиәселәрҙән торған командаға ҡаршы уҡыусылар уйнауы менән ҡыҙыҡ булһа, был юлы 8-се кластар араһында сәмле ярыш үтте. Гимназистар Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадын яҡшы белеүҙәре менән хайран иттеләр. Төрлө йүнәлештәге һорауҙарға яуап табыу аша бәйгеселәр шағирыбыҙҙы бөтә яҡлап асты. Ҡарап ултырған тамашасылар өсөн дә бик фәһемле булды.  Ауыр һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ тапты, “Әйтеш” турында сәсәнлек һәләттәрен дә күрһәттеләр. Был уҡыусыларҙың эшкә яуаплы ҡарауҙары, ныҡлы әҙерлек менән килеүҙәрен әйтә. Уйын еңеүсеһеҙ булмай: "Рәмиҙәр " командаһын уҙып, "Рәми тоҡомдары " алға сыҡты.

Уйынды 10 "в" класы уҡыусыһы Алмас Айытҡолов алып барҙы. Ул үҙенең оҫта итеп алып барыуы менән Нәғим Нурғәлиндан һис тә ҡалышманы, моңло тауышы менән йырлап та ишеттерҙе. Оҫта ҡурайсыбыҙ Әғләм Юлгилдин Рәми Ғариповтың яратып башҡарған "Каруанһарай" йыры көйөн уйнап ишеттерһә, һандуғасыбыҙ Рүзилә Ишмөхәмәтова " Йыуаса"һы менән һыйланы. Йыр-көй менән аралашып барғанлыҡтан уйын бер тында үтеп тә китте. Һәр командаға ла иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. "Алтын тирмә" уйыны күңелдәрҙә матур хәтирә булып һаҡланыр,сөнки ошондай саралар гимназистарҙы үҫтерә, рух-дәрт өҫтәй, шағир-яҙыусылар тормошон тулыраҡ белергә ярҙам итә.

Уйынды ойоштороусы һәм сценарий авторы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙына оло рәхмәт.

 

Ғибәҙәтова Разия,8- класс

Рәми Ғарипов исемендәге

1-се Башҡорт республика

гимназия - интернаты