тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 8904(Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған тантаналы митинг)

Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы йыл да ҙур тантанаға әүерелә. Ялҡынлы, илһамлы, ҡайнар йөрәкле оло әҙиптең беҙҙең гимназия уҡыусыһы булыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ул.

Февраль бурандары шағирҙы донъяға килтерһә, шулай уҡ уны февраль айында мәңгелеккә алып киттеләр.

12 февраль көнө яратҡан шағирыбыҙға 84 йәш тулыр ине. Уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү, уның кеүек белемгә ынтылыу, гимназиябыҙҙың данын арттырыу беҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора.

Тантаналы митингыла гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡарыусы Хәмитова Люциә Тәлғәт ҡыҙы, Б.Бикбай һәм Р.Ғарипов премиялары лауреаты, шағирә, журналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина телмәр тотто. 9а класы егеттәре әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Рәми Ғариповтың үҙе башҡарыуында «Шиғриәт» һәм «Шағирға» тигән шиғырҙарын күптәр тыныс күңел менән тыңлай алманы. 

                              Кешеләр төрлө булғандай,

                              Ғүмерҙәр төрлө-төрлө,

                              Берәүҙәр быҫҡып һүнәләр,

                              Берәүҙәр мәңге тере.

Тыныс йоҡла, шағир! Рухыңа, антыңа, аманатыңа, мираҫыңа беҙ бер ваҡытта ла тап төшөрмәбеҙ!

Йола буйынса, шағирҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уҡыу алдынғылары - 11-се класс уҡыусылары Моратова Зәриә һәм Солтанов Денис ҡәнәфер сәскәләрен һалды.