тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 8758

28 ғинуар көнө беҙҙең гимназияла Башҡортостандың йәш режиссерҙарының береһе Таңсулпан Бураҡаева менән осрашыу булып үтте. Ул уҡыусылар өсөн ике фильм һәм йәнһүрәт күрһәтте. «Урал менән Шүлгән мажаралары» тигән йәнһүрәт кескәй балалар өсөн булһа, «Япраҡ» һәм «Ике лә генә егет» фильмдары урта һәм юғары кластар өсөн тәғәйенләнгән.

Кисә Әҙәбиәт йылын йомғаҡлауға һәм Рәсәй киноһы йылын асыуға ла бағышланған ине. Ошо хаҡта гимназиябыҙҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Роза Әҙип ҡыҙы Ихсанова рәсми иғлан итте. 9Е һәм 9Б класс уҡыусылары осрашыуҙы Китап менән Кино образдары ярҙамында алып барҙылар. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Сабитова Айгөл Наил ҡыҙы ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо.

 

IMG 8711IMG 8762IMG 8703