тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

IMG 8685Йыл аҙағында бөтә башҡарған эштәргә йомғаҡ яһала. Һарыҡ йылы беҙҙе Яңы йыл алдынан тағы ла ихлас ҡыуындырҙы: беҙҙең иң тырыш, алдынғы уҡыусыларыбыҙ Зәриә Моратова һәм Айзирә Шәйхетдиноваға “Аманат” журналы, “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсеһе” исеме бирелде. Улар гимназиябыҙҙа үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ҡала һәм республика олимпиадаларында алдынғылыҡты бирмәйҙәр, «Интернатым – пар ҡанатым» гәзите, «Аманат» журналы, «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем яҙышып торған уҡыусылары. Ҡыҙҙарҙы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!