тел. +7(347)284-66-09; e-mail: [email protected]

vsrechaБеҙҙең Рәми Ғарипов исеменәдәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Әҙәбиәт йылында саралар айырыуса күп ойошторолдо. Улар араһында, мәҫәлән, гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм Мирас Иҙелбаевтың юбилейҙары айҡанлы, әсәләр көнөндә сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән осрашыуҙар фәһемле булды. Абдулхаҡ Игебаевтың 85 йәшенә арналған «Алтын тирмә» уйыны бик ҡыҙыҡлы үтте. Ҡунаҡҡа шағирә, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Лариса Абдуллина, Зәки Вәлиди исемендәге китапханаһында башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Буранғолова саҡырылды.

“Таңсулпан” драма түңәрәге Наил Ғәйетбаев, Таңсулпан Ғарипова, Әнғәм Атнабаевтың әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр сәхнәләштерҙе.

Ноябрь айында иһә республика кимәлендә интернет-викторина үтте. Ул Абдулхаҡ Игебаевтың 85 йәшенә, Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға, рус классиктары Антон Чехов һәм Михаил Шолохов кеүек шәхестәрҙең тормошона һәм ижадына арналды.

«Йәншишмә» гәзите аша бәйгелә иң әүҙем ҡатнашҡан уҡыу йорттарына - Бөрйән районы Байназар мәктәбе, Стәрлетамаҡтың В.Ленин исемендәге 3-сө башҡорт лицейы, Сибай, Ишембай, Ағиҙел, Өфө ҡалаларының  башҡорт гимназияларына оло рәхмәттәрҙе еткерге килә. Еңеүселәр Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институтының  дипломдары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Афарин!  

Форсаттан файҙаланып, был сараларҙы юғары кимәлдә ойошторған, уҡыусылар менән ихлас эшләгән тәжрибәле коллегаларыма – башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусылары Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова, Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева, Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлмира Миңлебай ҡыҙы Абдуллина, рус теле уҡытыусылары Дамир Фәнүр улы Сәлимгәрәев, Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы Мырҙашева, драма түңәрәге етәксеһе Римма Фәез ҡыҙы Нәбиева, китапханасы Рәфисә Сәмиғулла ҡыҙы Бикҡолова, «Атайсал» түңәрәге етәксеһе Юнир Һағынбаев, Ә.Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Вәсил Баймырҙан, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе Әнүәр Хәким улы Шафиҡов, тәрбиәселәр Дилара Самат ҡыҙы Ғәбитова, Фәниә Рәфҡәт ҡыҙы, Гөлдәр Самат ҡыҙы Әхмәтова, оператор Илнур Тутаевҡа ҙур рәхмәттәремде еткерәм.

15 декабрҙа иһә Әҙәбиәт йылын йомғаҡлап, “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” әҙәби-музыкаль кисәһе үтте. Мин был сараны  шиғриәт һәм китап байрамы тип атар инем, сөнки 7-11-се класс уҡыусылары халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шағирҙары – Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбаевтарҙың ил, тел, тыуған еребеҙ яҙмышы тураһындағы шиғырҙарын сәхнәнән яңғыратты. Был йәһәттән 9а, 9в, 11з, 7а,в кластары ихлас теләк менән ҡатнаштылар. Һорауҙарға яуап биреп, китап оторға һәм кисәбеҙҙең төп ҡунағы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәми Ғарипов премияһы, Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, публицист Рауил Бикбаевтан автограф алырға мөмкинселек булды. Шағир, сәхнәгә сығып, Әҙәбиәт йылы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, бөгөнгө әҙәбиәт хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Гимназистарға данлы уҡыу йортоноң ҡәҙерен белергә, уның ғорурлығы булырға өндәне. Олуғ әҙиптең үҙ шиғырҙарын яттан һөйләүе илһамландырып ҡына ҡалманы, һоҡландырҙы ла. «Почтальон малайы» шиғыры залдағыларҙы илатты. Эйе, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ысын халыҡ шағиры һүҙҙәрен, фекерен  күптән ишеткеһе килә ине. Күптәр үҙҙәре борсоған һорауҙарға төплө яуап ишеткәндер, тип уйлайым.

Әлбиттә, бындай осрашыуҙар Әҙәбиәт йылында ғына булырға тейеш түгел. Улар беҙҙең уҡыу йортоноң күптән матур йолаһына әйләнгән. Билдәле шәхестәр өлгөһөндә балаларҙы тәрбиәләү боронғонан ҡалған йола икәнен онотмайыҡ.

Ҡылысова Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы